Магазинды “таҙартҡан”28.11.2018
Иглин районында бурҙар магазиндың тәҙрәһен ватып инеп, ете мең һум аҡса, бер нисә шешә һыра һәм сосиска урлаған.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Иглин районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре уғрының эҙенә тиҙ төшә. Магазинды “таҙартыусы” 23 йәшлек егет булып сыға, ул быға тиклем дә хөкөм ителгән. Ғәйепләнеүсе һыра һәм сосиска алыуын таный, әммә аҡсаны урламағанын белдерә.

Енәйәт эше ҡуҙғатылған, егет һаҡ аҫтына алынған.


Вернуться назад