Инженерҙар мәктәп эскәмйәһендә әҙерләнә28.11.2018
Олимпиадаларҙың хәҙер ниндәй генә төрө юҡ. Яңыраҡ Республика балалар белем биреү технопаркында уҡыусылар араһында Инженерҙар олимпиадаһы үтте. Ике көн дауамында төрлө райондарҙан килгән буласаҡ йәш инженерҙар үҙҙәренең һәләттәрен һәм интеллект кимәлен күрһәтте.

Жюри составына республикабыҙҙың төп юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары инде. Олимпиадала ҡатнашҡан йөҙгә яҡын уҡыусы электроника, конструкторлыҡ, робот техникаһы һәм башҡа йүнәлештәр буйынса көс һынашты. Ҙур бәйгенең тәүге турында беренсе урынды робот техникаһы буйынса 2-се лицейҙың, икенсе урынды тикшеренеү мәсьәләләрен сисеү теорияһы буйынса шул уҡ лицейҙың уҡыусылары яуланы.

Роботлаштырылған автомобилде демонстрациялау буйынса команда ярышында Дүртөйлө районының кескәй инженерҙары дүртенсе маҡтаулы урынға лайыҡ булды. Еңеүселәр һәм призерҙар Республика балалар белем биреү технопаркының дипломдары һәм миҙалдары менән бүләкләнде.



Вернуться назад