“Иң яҡшы ҡар ҡалаһы” кемдеке?28.11.2018
Баҡалы районында Яңы йыл байрамын ҡаршылау алдынан төрлө ҡыҙыҡлы конкурстар, ярыштар ойоштороу йолаһы бар.

Быйыл иң яҡшы ҡар ҡалаһы һәм скульптураһына ауыл биләмәләре араһында конкурс иғлан ителде. Ә предприятие һәм ойошмалар үҙҙәренең биналарын һәм биләмәләрен байрамса биҙәү оҫталығында көс һынашасаҡ. Тәүге өс приздың хужаһы 24 декабрҙән 28-енә тиклем билдәләнәсәк.

Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр һәм дипломдар көтә. Бөтә был ҡыҙыҡлы конкурстарҙы үткәреүҙе район хакимиәте үҙ өҫтөнә алған.



Вернуться назад