Беҙҙең әсәй – донъялағы иң ҡәҙерле кешебеҙ, һүнмәҫ ҡояшыбыҙ. Ул беҙҙе тормош юлындағы ҡаршылыҡтарға, ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, һәр саҡ дөрөҫ юл һайларға, көслө рухлы булырға өйрәтә, мәрхәмәтле йөрәге менән йәшәүгә көс, дәрт бирә.
Әсәйебеҙ – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Нуриза Мөхәмәтхәй ҡыҙы Шәрхиева. Ул Балаҡатай районының Айҙаҡай ауылында тыуып үҫкән. Әлеге ваҡытта шул ауылдың мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, 40 йылдан ашыу балаларҙа тыуған илгә, туған телгә, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләй.
Атайыбыҙ Тимерйән Әхтәм улы менән ҡулға-ҡул тотоношоп 40 йыл бер юлдан атлайҙар. Беҙгә, дүрт балаһына, күңел көсөн йәлләмәнеләр: барыбыҙға ла белем алырға ярҙам иттеләр, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Улар – ҙур терәк-таянысыбыҙ, ә туғыҙ ейән-ейәнсәргә изге күңелле олатай-өләсәй ҙә.
...Беҙҙең өсөн әсәй йөҙөндә бәхетле йылмайыу күреүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ юҡ. Мәңге йәшә, ҡәҙерлем.