Әүҙем дә, уңған да28.11.2018
Әсәйем Гөлназ Камалова Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауылында күп балалы ғаиләлә икенсе ҡыҙ булып донъяға килгән.

Үҫмер сағынан уҡ йыр-моңға ғашиҡ була, уҡыу һәм спорт алдынғыһы тигән дан яулай. Һөнәре буйынса иҫәп-хисапсы булып, үҙ ауылында баш бухгалтер булып эшләй. Колхоз тарҡалғас, ситтән тороп музыка белгесе һөнәрен үҙләштерә һәм бына инде 13 йыл тыуған ауылындағы балалар баҡсаһында бәләкәстәргә музыка серҙәрен өйрәтә. 

Әсәйебеҙҙе ауыл ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының етәксеһе итеп ҡуйыуҙарына ла ете йыл ваҡыт үтеп китте. Ошо йылдарҙа ул тынғыһыҙ хеҙмәте менән бик күп район һәм республика кимәлендәге маҡтау грамоталарына лайыҡ булды. Бөгөн ул ойошторған “Йәйғор төҫтәре” ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы гөрләтеп эшләй. Һәр ай һайын байрамдар, бәйләм бәйләп, кис ултырыу ойошторалар, йыл һайын ауылдағы юбилярҙарҙы саҡырып, концерт ҡуялар, сәй табыны ҡоралар. Ауылдағы ҡатындарҙы ла йәлеп итеп, урам ярыштары, сәскәләр байрамы үткәрәләр йә иң таҙа, матур урамды билдәләйҙәр.

Әсәйем бишенсе йыл урындағы һайлау комиссияһының етәксеһе лә. Әүҙем булғанға күрә, һәр һайлау кампанияһын еренә еткереп, гөрләтеп ойоштора ул.

Ауылда үрнәк алырлыҡ ғаиләләрҙең береһе лә ул атайым менән әсәйем. Гөл-баҡсаға күмелеп ултырған йорттарында татыу ғүмер итәләр, ихата тулы мал, ҡош-ҡорт ҡарайҙар. Аллаға шөкөр, ете ейән-ейәнсәргә олатай һәм өләсәй булғандар. 

Рәхмәтем ҙур минең әсәйемә: дүрт балаға ғүмер бүләк иткәне өсөн, ел-ямғырҙан һаҡлап, бар күңел йылыһын барыбыҙға ла тигеҙ өләшкәне, донъяның бар серҙәрен асышырға ярҙам иткәне, олоно ололарға, кесене кеселәргә өйрәткән өсөн... Тыуған йортҡа ҡасан ҡайтһаҡ та, йылы ҡараш, йылы ҡосаҡ беҙҙе ҡаршы ала. Һағынышып ҡайтабыҙ ҙа һағындырып кире китәбеҙ... Иҫән-һау бул, әсәй, атай менән тиң-тигеҙ ғүмер итегеҙ!


Вернуться назад