Һыуҙың хаҡын улар ғына белә28.11.2018

“Беҙҙең девиз — һиҙгерлек һәм ҡорос дисциплина”

Ҡайҙа тормош, шунда һәр саҡ һыу бар. Унһыҙ бер тереклек тә йәшәй алмай. Ер йөҙөндәге тәүге тереклек эйәләре өсөн тап һыуҙың йәшәү сығанағы булыуы бәхәсһеҙ. Ниндәй генә үләнде, йән эйәһен алып ҡараһаң да, улар организмында һыу ҙур урын алып тора. Ул — кешенең мәңгелек һәм иң кәрәкле юлдашы. Заманалар алмашынһа ла, кешенең һыуға ихтыяжы элеккесә үҙгәрешһеҙ.

Тимәк, әле лә профессияһы һәм яҙмышы мөһим ғәмәлде — ҡала халҡын таҙа һыу менән тәьмин итеүҙе өҫтөнә алған үҙ эшенең оҫталарына ихтыяж ҙур. Стәрлетамаҡ һыу каналы хужалығы бөгөн, бынан тыш, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондары тораҡтарын да эсәр һыу менән тәьмин итә. Ул, Нефтекама һыу каналынан ҡала, республикала табышлы эшләгән предприятиеларҙың береһе. 478 километр һыу үткәргесе, 263 километр канализация селтәрҙәре булған, етештереүсән­леге йылына 9125,0 мең кубометр тәшкил иткән биологик таҙартыу ҡоролмаларына эйә ҡеүәтле хужалыҡтың тарихына аҙ ғына күҙ һалайыҡ.

Тәүге һыу үткәргес 1886 йылда барлыҡҡа килеп, торбалары ылыҫ ағастан яһала. Ярты быуаттан ашыу халыҡҡа хеҙмәт иткән ағас торбаларҙың әле лә ҡайһы бер участкаларҙа осрауын билдәләй хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре. Ҡала үҫкән һайын таҙа һыуға ихтыяж да арта, насос станциялары, һыу алыу ҡоролмалары, кол­лекторҙар төҙөлә, яңы һыу сығанаҡтары үҙләштерелә, производство базалары ишәйтелә.

ХХI быуаттың башы киң ҡоласлы баҫым яһау-үҙағышлы коллектор төҙөү эштәре һәм биологик таҙартыу ҡоролмаларын, канализация насос станцияларын сафҡа индереү менән тарихта ҡаласаҡ. Һыу менән тәьмин итеү системаһы ҡеүәтен арттырыу, эш хәүефһеҙлеген, эсәр һәм ҡалдыҡ һыу сифатын яҡшыртыу, тирә-яҡ мөхиткә зарарлы тәьҫирҙе кәметеү маҡсатында 2008 йылдан башлап предприятиены үҫтереү, үҙгәртеп ҡороу һәм яңыртыу буйынса инвестиция программалары индерелә. Шуға ярашлы, “Каустик” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендәге, Элеватор урамындағы коллекторҙар үҙгәртеп ҡорола, Ергән — Стәрлетамаҡ һыу үткәргесен заман талаптарына яраҡлаштырыу проекты ла әҙерләнә (төҙөлөш 2018 йылда бара һәм 2019 йылда дауам итәсәк).

Хужалыҡтағы бөтә эреле-ваҡлы эштәрҙе һанап сығыу мөмкин дә түгел: махсус техника һәм автомобиль паркын, һыу сифатын контролләүсе лабораториялар ҡорамалдарын даими яңыртыу, заманса эш ысулдарын үҙләштереү, капиталь ремонт...

Ябай кешенең күҙенә салын­маған ер аҫты батшалығы бик тә ҡатмарлы комплекс икән. Бындағы үҙағышлы һәм баҫым яһау торба үткәргестәре ярҙамында файҙа­ланылған һыу яңынан таҙартыу һәм зарарһыҙландырыу өсөн ебәрелә. Һыу таратҡыс цех эшенең аҙ ғына һүлпәнләнеүе лә ҡалалағы санитария-эпидемиологик хәлде ҡатмарландырыуы мөмкин. Предприятие директоры Александр Пантелеев әйтеүенсә, һыу таратҡыс цехта “ваҡ-төйәк” тигән төшөнсә юҡ. Траншея ҡаҙғанда ер убылыуы йә иһә тағы ла хәүефлерәге — ағыулы метандың ер аҫтынан урғылып сығыуы ихтимал. Үтә көсөргәнешле эш, төрлө көтөлмәгән ваҡиғаларға мотлаҡ әҙер булырға кәрәк, ти цех хеҙмәткәрҙәре, тап улар бөтә канализация хужалығының өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итә.

Һуңғы ун йылда таҙартыу ҡоролмаларын үҙгәр­теп ҡороу, ҡалдыҡ һыуҙарҙың сифатын яҡшыр­тыуҙан тыш, объекттарҙың ышаныслы эшләүен тәьмин иткән. Бөтә был процесты контролләүсе аналитик лаборатория — ошо сылбырҙың мөһим звеноһы. Етәкселәр әйтеүенсә, әгәр лаборатория аккредитациялау аттестаты алған икән, тимәк, уның ыңғай хеҙмәт һөҙөмтәһенә ышанырға була. Үҙ һөнәренең нескәлектәрен яҡшы үҙләштергән белгестәрҙең профессиональ кимәленә талаптар ҙур, илленән артығыраҡ күрһәткес буйынса яһалған анализдар сифатына ла дәғүәләр ҡәтғиерәк була бара.

— Йылылыҡ хужалығын ҡышҡылыҡҡа әҙерләү, ҡаҙанлыҡтарҙы, трассаларҙы ремонтлау, тәртиптә тотоу, энергия ресурстарын һаҡсыл тотоноуға йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыу менән бер рәттән, артабанғы үҫеш юлын күҙаллау мө­һим, беҙгә яңы инвестициялар мөһим, республика, федераль программаларҙа ҡатнашырға тыры­шырға кәрәк, — ти хужалыҡ етәксеһе Александр Леонтьевич. — Бөгөн дә бер девиз менән йәшәйбеҙ: һиҙгерлек, йыйнаҡлыҡ һәм ҡорос дисциплина.

Предприятие иҡтисадсылары һыуҙың реаль хаҡы булырға тейеш тип иҫәпләй, шул саҡта ғына беҙ уны ысын мәғәнәһендә баһаларға һәм һаҡларға өйрәнәсәкбеҙ.


Вернуться назад