Стәрлетамаҡ ҡалаһының 5-се Көнбайыш микрорайонында 1225 урынға иҫәпләнгән дөйөм белем биреү мәктәбе әҙер тип әйтерлек. Мөһабәт бинаның Төҙөүселәр урамының ҡабатланмаҫ бер йәме буласағына шик юҡ.
— Күптән көтөп алынған мәктәптең ишектәре асылыу менән ҡала уҡыусыларының барыһы ла беренсе сменала уҡыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ, — ти уҡыу йортоноң директоры Оксана Самойлова. — “Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект” исемлегенә ингән заманса бинала бассейн, ике спорт залы, ашхана, медицина блогы, хәрәкәте сикләнгән уҡыусылар өсөн лифттар менән бергә һәр ҡатта янғын хәүефенән һаҡланыу зонаһы ла булдырылған. Ошондай үҙенсәлекле кабинеттар, төтөндө ҡыуыу һәм һауа биреү кеүек саралар ҡаралған берҙән-бер мәктәп ул беҙҙә. Бинаның проекты ентекләп, төбөнә төшөп уйланылған. Уҡытыусылар ғына түгел, күрше-тирәлә йәшәгән уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә мәктәптең ҡасан асылыуы менән ҡыҙыҡһына.
— Тантаналы көнгә күпме ваҡыт ҡалды?
— Яңы йылға аяҡ баҫҡас, әлбиттә. Әле бина эсен таҙартыу, йыйыштырыу эше бара. Интерактив таҡталар ҡуйылды, кабинеттарҙы йыһазландырыу дауам итә. Бөтә нәмә өр-яңы, класс бүлмәләре көлөп тора, коридорҙар иркен, зауыҡ менән матур төҫтәргә буялған. Һеҙҙең күңелегеҙгә лә хуш килгәндер, тип уйлайым.
Яңы мәктәпте һалыу эшен “10-сы төҙөлөш идаралығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ өҫтөнә алған. Төҙөүселәр балаларҙың хәүефһеҙлеген, именлеген хәстәрләп, йөҙ видеокамера урынлаштырған. Оксана Самойлованың әйтеүенсә, һөйөнөскә күрә, Стәрлетамаҡта демографик хәл яҡшыра бара, айырыуса уларҙың яңы мөһабәт мәктәбе урынлашҡан йәш микрорайонда. Һуңғы алты йылда тыуым һиҙелерлек артҡан, тимәк, бала күңеленә яҡты нур һуҙыусы белем усағынан ҡыҙ һәм малайҙарҙың эҙе һыуынмаясаҡ.