Юлдар яу яланын хәтерләтә28.11.2018

Водителдәр ҡағиҙәләрҙе һанламағас...

Республикала теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаларының 44 проценты – автомобилдәрҙең бер-береһе менән бәрелешеүгә, 28 проценты йәйәүлеләрҙе төрттөрөүгә бәйле. Был иһә водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуы һәм ҡануниәтте һанламауы хаҡында һөйләй.


Быйыл Өфө, Сибай ҡалала­рында, Бүздәк, Борай, Ҡыйғы, Краснокама, Мишкә, Салауат райондарында авариялар һаны артыуы күҙәтелә. Үлем осраҡтары күп булған район-ҡалалар араһында Өфө ҡалаһы беренсе урында тора, бында 50 кешенең ғүмере өҙөлгән. Унан ҡала Өфө районы – 21, Мәләүез – 20, Иглин – 23, Туймазы – 18.

Өфө, Салауат ҡалаларында, Учалы, Архангел, Благовещен, Дәүләкән, Краснокама, Мишкә, Күгәрсен, Салауат райондарында балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары артҡан.

Республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығынан белдереүҙәренсә, быйыл меңдән ашыу авария юл шарттарына бәйле килеп сыҡҡан, уларҙа 105 кеше һәләк булған, 1528 кеше тән йәрәхәттәре алған. ЮХХДИ инспекторының күҙәтеү эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә урам-юл селтәрҙәрен хеҙмәт­ләндереү өлкәһендә 17 меңдән ашыу етеш­һеҙлек асыҡланған. Күрһәтмәне үтәмәгән 596 вазифалы кеше һәм 72 ойошма административ яуаплы­лыҡҡа тарттырылған.

Эсеп рулгә ултырғандарға ҡарата ҙур күләмдә штраф һалып, водитель танытмаһынан мәхрүм итһәләр ҙә, был “тәрбиәнең” һөҙөмтәһе әллә ни күренмәй. Былтыр республикала 27,6 мең самаһы кешенең шулай иҫерек килеш тотолоуы ошо хаҡта һөйләй. Мәҫәлән, 12–18 ноябрҙә 15167 юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоусы теркәлһә, уның 273-ө эскән водителдәргә тура килә.

– Башҡортостанда быйыл ун ай эсендә 3585 авария теркәлде, уларҙа 448 кешенең ғүмере өҙөлдө, 4501 кеше тән йәрәхәттәре алды. Шул иҫәптән 297 юл-транспорт ваҡиғаһы эскән килеш автомобиль йөрөтөүселәр ҡатнашлығында булды, уларҙа 65 кеше һәләк булды, 387-һе йәрәхәт алды. Шуға ла алкоголле эсемлектәр ҡулланған килеш автомобиль йөрөтөүселәр көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала, – тине Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов.

Боҙло ямғыр, боҙлауыҡ, епшек ҡар... Бындай тәбиғәт шарттары беҙҙең республика өсөн ғәҙәти күренеш, әммә йыл һайын ошондай мәлдә юл-транспорт ваҡиғалары һаны ҡырҡа арта, кеше ғүмерҙәре өҙөлә. Хәйер, аварияларҙың көн дә – эҫелә лә, салт аяҙҙа ла ҡабатланып тороуы иһә уларҙа бер тәбиғәт кенә ғәйепле булмағанын күрһәтә. Шуға ла рулгә ултырған һәр водитель юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәһә, бер ваҡытта ла тәртип булмаясаҡ.

Юлдарға күҙ һалһаң, бөтәһе лә ҡайҙалыр ашыға, ашҡына, ҡаба­лана... Автомобилдәр бер-бере­һенең өҫтөнә менеп бара, ҡот осҡос тиҙлек менән ҡыуа, был осраҡта башҡаларға хөрмәт менән ҡарау хаҡында хыялланырға ғына ҡала. Ошондай сыҙамһыҙ, тәртипһеҙ, яуапһыҙ водителдәр арҡаһында бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең һәләк булыуы ҡыҙғаныс. Ысынлап та, водителдәр юл ҡағиҙәләрен һанламағас, юлдар яу яланын хәтерләтә...

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров:
“Транспорт хәрәкәтен көйләү һәм тәртип боҙоуҙы кәметеү тарихында уйлап табылған иң тәьҫирле сара — язаны етдиләштереү. Ялтала уҙған Дәүләт Советы президиумының киңәйтелгән ултырышында ла төбәк башлыҡтары ошо сара яҡлы икәнлеген белдерҙе. Һәр участканың паспорты булырға тейеш. Юл ҡатламының торошо, яҡтыртыу, барьер сикләгестәре ҡуйыу, термопластик юл һыҙаты, фото һәм видеотеркәү камераларын ойоштороу мөһим. Практика күрһәтеүенсә, хәүефле урындар профилактикалана башлау менән юл-транспорт осраҡтары ла кәмей”.


Вернуться назад