500 ауыл кешеһенә – яңы һыу үткәргес28.11.2018
Стәрлетамаҡтан 37 саҡрым алыҫлыҡтағы Суртан ауылын өр-яңы һыу үткәргескә тоташтырҙылар, 500-ҙән ашыу кеше таҙа эсәр һыу менән тәьмин ителде. Ошо рәүешле “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы тормошҡа ашырылған “Стәрлетамаҡ районындағы Уҫылыбаш, Суртан ауылдарын һыу менән тәьмин итеү” проектының тәүге этабы тамамланды.

Шулай уҡ ун ике янғын һүндереү гидранты ҡуйылды, урта белем биреү мәктәбе, ауыл мәҙәниәт йорто, ҡунаҡхана, ФАП, ауыл хужалығы базаһы һәм ферма һыу тәьминәте системаһына тоташтырылды. Киләһе йыл Уҫылыбаш ауылында эш дауам итәсәк.


Вернуться назад