Кисә Халыҡ-ара хәйриә көнөнә ярашлы, III Бөтә Рәсәй “Йомарт шишәмбе” акцияһы башланды. Йыл да Башҡортостан халҡы уға әүҙем ҡушыла. Ә быйылғыһы ниндәй шарттарҙа һәм ниндәй маҡсатта үткәреләсәк? Ошо һорауға “Башинформ” агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында ҡатнашыусы Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бүлек начальнигы урынбаҫары Резида Макулова, Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина һәм “Юғалтыуҙар юҡ” хәйриә фонды рәйесе Айгөл Губачева яуап бирҙе.
“Йомарт шишәмбе” акцияһының маҡсаты — халыҡты хәйриә эштәренә мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү һәм төбәктә хәйриә культураһын йәйелдереү. Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар әйтеүенсә, аҡсалата ярҙам суммаһы йыл һайын арта. Ольга Кабанова акцияның быйылғы төп йүнәлешен билдәләне — генетик сирҙәр менән яфаланған балаларға ярҙам итеү.
— 27 ноябрҙә һауыҡтырыу мөмкинлеге булмаған, әммә ярҙам ҡулы һуҙыу мөһим булған дүрт сабыйға аҡса йыйыу марафоны башлана. Акция 4 декабргә тиклем дауам итә. Аҙна дауамында фонд иҫәбендә тупланған средстволар йәшәү өсөн әһәмиәтле аппараттар һәм дарыуҙар алыуға тотоноласаҡ, — тип белдерҙе Ольга Кабанова.
Аҡса йыйыуҙы ойоштороусы “Юғалтыуҙар юҡ” хәйриә фонды – Башҡортостанда онкология һәм гематология сирҙәренә дусар балаларға ярҙам күрһәтеүсе берҙән-бер фонд. Акцияла ҡатнашыу өсөн ҡыҫҡа 3443 номерына “Дарю” һүҙе менән смс-хәбәр ебәрергә кәрәк. Хәйриә ярҙамы күләме — 65 һум. Теләк булғанда, башҡа төрлө сумманы ла ебәреү мөмкин (мәҫәлән, Дарю100 йәки Дарю500).