Газ хаҡын түләргә мәжбүр ителде27.11.2018
Башҡортостандың суд приставтары идара итеү компанияһынан 600 мең һум күләмендә аҡса түләтте.

Бынан ике ай самаһы элек Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының Саҡмағош районы бүлегендә Саҡмағошта торлаҡ фондын эксплуатациялаған ойошмаға ҡарата башҡарыу эше асыла. Ойошманың “Газпром Төбәк-ара Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте файҙаһына 534 мең һум, килешеү талаптарын боҙоү сәбәпле түләнмәгән 13 мең һәм дәүләт пошлинаһы өсөн 14 мең һум бурысы барлығы асыҡлана.

Суд приставтарының йыйылған бурысты тиҙ арала түләүҙәрен талап итеп бер нисә тапҡыр иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, учреждение етәкселеге уны ҡаплау өсөн бер нимә лә эшләмәй.

Ведомство хеҙмәткәрҙәре бурыслы ойошманы ентекле тикшергәс, етәкселек компанияһы иҫәптәрендәге 400 мең һум күләмендәге аҡсаны иҫәптән сығара. Бынан тыш, башҡарыу эшенә ярашлы, суд приставы был ойошманың автокранына арест һала. Ҡиммәтле техникаһыҙ тороп ҡалыу ихтималы етәкселекте хафаға һала. Һөҙөмтәлә предприятие директоры бурысын тулыһынса ҡайтара. Өҫтәүенә, законға ярашлы, башҡарма документ талаптарын суд приставтары билдәләгән ваҡытта үтәмәү сәбәпле, бурыслы компанияға 32 мең 739 һум күләмендә штраф һалына.


Вернуться назад