Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары “Йомарт шишәмбе” тип исемләнгән Халыҡ-ара хәйриә көнөндә ҡатнашты.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев: ”Хәйриә акцияһына ярашлы, республика парламенты депутаттары бер көнлөк эш хаҡын Серафимовка балалар йорт-интернатына күсерергә ҡарар итте. Хәҙер интернаттың ике корпусында ремонт үткәрелә. Яңыртылған бүлмәләр яңы мебель, пәрҙәләр, башҡа төр көнкүреш кәрәк-ярағы һәм урын-ер ҡаралдыһы менән йыһазландырыласаҡ. Балаларҙың үҫешенә булышлыҡ иткән, өҫтәл уйындары ла алынасаҡ. Был — республикала көнкүреш, медицина ярҙамына, йәмғиәт-хеҙмәт адаптацияһына мохтаж инвалид балалар өсөн даими йәшәү мөкинлеге булған берҙән-бер медицина-йәмғиәт учреждениеһы. Хәҙерге көндә унда 300-ҙән ашыу бала тәрбиәләнә. Уларҙың һәр береһенә иғтибар һәм наҙ кәрәк, — тине.
“Йомарт шишәмбе” 2012 йылдан алып ноябрҙең һуңғы шишәмбеһендә 100-ҙән ашыу илдә үткәрелә.
Акцияла 300-ҙән ашыу төрлө ойошма ҡатнаша. Рәсәйҙә “Йомарт шишәмбе” беренсе тапҡыр 2016 йылда үткәрелгәйне. Ике йыл эсендә илебеҙ сиктәрендә был хәйриә хәрәкәтенә 227 ауыл-ҡаланан 1 900 кеше ҡушыла, 3 500-ҙән ашыу хәйриә сараһы уҙа.