Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы заводта янғын сыҡҡан. 20 кубометр һыйҙырышлы һауыттан изопентан ағып сығыу сәбәпле, продуктҡа ут ҡапҡан.
Урынға килеп еткән янғын һүндереүселәр утты “ауыҙлыҡлай”. Йәрәхәт алған өс эшсе дауаханаға ебәрелә. Янғын һүндереү эше дауам итә.