Аэропортта – өс миллионынсы пассажир27.11.2018
“Өфө” халыҡ-ара аэропорты үҙенең тарихында өс миллионынсы пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе. Өфө – Краснодар маршруты буйынса осҡан Өфө кешеһе Юлай Мәмбәтов булды ул.

“Азимут” авиакомпанияһы уға ике яҡҡа ла бушлай осоуға ике кешелек сертификат бүләк итте. Шулай уҡ “Өфө” аэропорты Юлай Мәмбәтовҡа өс ай туҡталҡа урыны менән бушлай файҙаланыу һәм терминалдың бизнес-залында хеҙмәтләндереү мөмкинлеген бирҙе.

Аэропорттың генераль директоры Александр Андреев әйтеүенсә, ете йыл эсендә пассажирҙар ағымы 83 процентҡа күбәйгән. 2018 йылдың ун айында улар һаны, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 17 процентҡа артҡан.

Үҫештең төп сәбәптәре – халыҡ-ара терминалдың төҙөкләндерелеүе, авиакомпаниялар менән эҙмә-эҙлекле эш алып барыу.


Вернуться назад