Асылыкүлдең асы яҙмышы06.12.2011
Быйылғы йәй, ниһайәт, Асылыкүлде барып күрергә булдым. Исмаһам, данлыҡлы күлебеҙҙә рәхәтләнеп һыу инермен, кинәнеп балыҡ ҡармаҡлармын, ҡаҡшаған нервыларым тынысланыр тигәйнем.
Таң менән юлға сыҡтым. Көн шундай матур! Кәйеф шәп. Йырға әллә ни маһирлығым булмаһа ла:
Асылыҡай буйы — аҫыл таш,
Юрмый буйҡайҙары — йәшел таш, — тип көйләп ебәргәнемде лә һиҙмәй ҡалдым.
О-о-о! Тикмәгә генә маҡтамағандар икән шул Асылыкүлде. Торғаны менән ер ожмахы! Әллә ҡайҙарға йәйрәп, көҙгөләй ялтырап ята. Диңгеҙме ни! Республикабыҙҙағы иң ҙур күл бит ул. Әллә күпме легендалар, йырҙар тиктомалдан ғына сығарылмағандыр инде.
Ә һыуы! Ниндәй сихәтле! Бер-ике тапҡыр сумып алыуым булды, бөтә арыу-талыуҙарым һыпырып ташлағандай юҡҡа сыҡты. Юҡҡа ғына бөтә халыҡ Асылыкүл тип зыҡ ҡупмай икән. Үҙемде әллә нисә йәшкә йәшәреп киткәндәй тойҙом. Әммә оҙаҡ кәйефләнеп йөрөргә насип итмәне. Эргәмдә ашап-эсеп ултырған йәштәрҙең сәйер ҡыланышы аптыратты: бушаған һут һауыттарын арҡыс-торҡос яр буйына һелтәмәһендәрме!
— Нишләйһегеҙ ул? — тип ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. — Шулай яраймы ни? Ҡалдыҡ-боҫтоҡтарығыҙҙы үҙегеҙ менән алып китһәгеҙ ни була? Йә сүп һауытына алып барыр инегеҙ...
Йәштәр миңә, күктән төштөгөҙмө әллә, тигәндәй аптырап ҡараны ла бер-береһен бүлдерә-бүлдерә һөйләй башланы.
— Ҡуйығыҙ әле, Өлгөрбай ағай, бында бөтә кеше шулай итә.
— Асылыкүл — ҡағыҙҙа ғына тәбиғәт ҡомартҡыһы бит ул.
Һыу инеү, ял итеү ҡайғыһы китте. Ҡолағым шаулай, башым әйләнә башланы. Үҙем китеп барам, үҙем ҡайҙа барғанымды белмәйем. Бер саҡ аяғым ныҡ итеп ауыртҡанға ҡараһам, быяла киҫәгенә баҫҡанмын. Ҡан урғыла. Ярай әле башым етеп үҙем менән аптечкамды эләктереп алғанмын. Юғиһә ҡанһырап йән бирергә лә күп кәрәкмәй бында.
Сатанлай-сатанлай ары киттем. Барған һайын Асылыкүлдә “халыҡҡа күңелле ял итеү өсөн матур шарттар” булдырылғанлығына шаһит булдым. Күл буйҙары буш шешә, ҡағыҙ-ҡоғоҙ менән “нағышланған”. Өс контейнер ҡуйған булғандар ҙа, хәтер тигән нәмәләре тишектер, күрәһең, уларға сүп-сар тауҙай өйөлгән. Ҡайҙа ҡарама, усаҡ яндырып ултыраларсы. Үҙҙәренә был турала әйткәйнем, ҡулдарын ғына һелтәнеләр.
— Ҡуйығыҙ әле, Өлгөрбай ағай, юҡҡа борсолаһығыҙ. Усаҡ ҡабыҙмағас, ниндәй ял була, ти, ул. Һеҙ ҡыҙыҡ ҡына, әлегәсә берәүҙең дә былай кәйеф ҡырып йөрөгәне юҡ ине.
Машиналарын күл буйына уҡ алып барып ҡуйған егеттәрҙе лә, мин әйтәм, оялтайым. Улар минең ниәтте ауыҙ асмаҫ элек үк һиҙеп алды.
— Оло юл буйында ҡалдырмаҫбыҙ инде. Бығаса берәүҙең дә улай ярамай тип ҡыҫылып йөрөгәне булманы.
Күл буйында бер нисә бәҙрәф күҙгә ташланды. Улары ла ҡутарылып-емерелеп бөткән.
Асылыкүл буйындағы ялым ял булманы. Шөһрәтле күлдең әсе яҙмышы етди уйҙарға һалды мине. Унан күңелемә тыныслыҡ түгел, киреһенсә, яралар алып ҡайттым. Бына шулай харап ныҡ һаҡлана икән беҙҙә тәбиғәт ҡомартҡылары.
Өлгөрбай ТИКТОРМАҪОВ.


Вернуться назад