– Ҡатын-ҡыҙҙың эш стажы 30 йылдан ашыу булған осраҡта, һәр йыл өсөн бер пенсия балы өҫтәлеү тураһында ниндәй законда әйтелә?
– “Страховка пенсиялары тураһында”ғы 400-сө Федераль закон 30 йылдан ашыу эшләгәндәргә һәр йыл өсөн бер балл өҫтәүҙе күҙаллай. Әммә был пенсиялары иҫке ҡануниәт буйынса тәғәйенләнгәндәргә ҡағылмай, сөнки уларҙың хеҙмәт стажы пенсияла иҫәпкә алынған.
* * *
– Өләсәйем 1920 йылдың 26 февралендә тыуған, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, 19 750 һум пенсия ала. Уға пенсия дөрөҫ иҫәпләнгәнме икән?
– Пенсия күләменең дөрөҫлөгөн өләсәйегеҙ йәшәгән урындағы Пенсия фонды бүлексәһендә тикшертергә була. Ундағы белгестәр аҡсаның иҫәпләнеү тәртибен аңлатыр. Әйткәндәй, пенсия күләме пенсионерҙың хеҙмәт стажына һәм эш хаҡына бәйле.
* * *
– Ниңә пенсионерҙарға билдәләнгән өлгөләге пенсия таныҡлығы бирмәйҙәр икән? Уның урынына ябай белешмә ҡағыҙы тотторалар. Таныҡлыҡ талап итергә хоҡуғым бармы?
– “Страховка пенсиялары тураһында”ғы 400-сө Федераль закон пенсия таныҡлығын ғәмәлдән сығарҙы, шуға күрә Пенсия фонды уның урынына билдәләнгән өлгөләге белешмә ҡағыҙы бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, законда ҡаралмағас, пенсия таныҡлығын талап итә алмайһығыҙ.
* * *
– Пенсия фондында поляр түңәрәк аръяғында командировкала булған осорҙо иҫәпкә алырға теләмәйҙәр. Шуға күрә пенсияға өҫтәмә түләнмәй. Хоҡуғымды нисек яҡларға икән, кәңәш бирегеҙ.
– Пенсияға өҫтәмә алыу өсөн Алыҫ Төньяҡта – кәмендә 15 йыл, уға тиңләштерелгән биләмәләрҙә кәмендә 20 йыл эшләргә кәрәк. Һеҙҙең пенсияғыҙҙа иһә поляр түңәрәк аръяғында эшләгән осорҙа алған хеҙмәт хаҡы иҫәпкә алынған (“Страховка пенсиялары тураһында”ғы 400-сө Федераль закон).