Студенттың ата-әсәһе пенсионер булған хәлдә...27.11.2018
Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, юғары уҡыу йортонда йәки колледжда белем алған балалары булһа, пенсионер ата-әсәләр улар уҡыған осорҙа өҫтәмә матди ярҙамға дәғүә итә ала.

– Бындай ата-әсәләр страховка пенсияһына аныҡ билдәләнгән өҫтәмә алыу хоҡуғына эйә. Тик түләүҙе тәғәйенләүҙең бер нисә шарты бар: студенттың йәше 23-тән артмаҫҡа һәм ул Рәсәйҙә йәки сит илдә төп белем биреү программалары буйынса көндөҙгө бүлектә уҡырға тейеш, – тине Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.

Уның әйтеүенсә, ҡартлыҡ һәм инвалидлыҡ буйынса пенсияларға аныҡ билдәләнгән өҫтәмә өстән бер өлөшкә арттырып түләнә. Ата-әсәнең икеһе лә бының өсөн Пенсия фондына ғариза яҙырға тейеш. Быйыл өҫтәмә – 4 982, 90 һум. Ата-әсә тәрбиәһендә бер кеше булғанда, пенсияға өҫтәмә – айына 6 643,87 һум, ике кеше булһа – 8 304,84 һум, өс кеше тәрбиәләгәндә, 9 965,81 һум тәшкил итәсәк. Әйткәндәй, 18 йәшкә тиклемге балаларға түләү, уҡыу-уҡымауына ҡарамаҫтан, мотлаҡ тәғәйенләнә. 18 йәштән үткәндәрҙең тыуыу тураһындағы таныҡлығына өҫтәп, вузда белем алыу, ата-әсә тәрбиәһендә булыу хаҡындағы документтар тапшы­рылырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта студент уҡыған еренән ҡыуылһа, ситтән тороп уҡыу бүлегенә, дистанцияла белем алыу формаһына күсһә, уның ата-әсәһенең страховка пенсияһына өҫтәмә түләнмәй.


Вернуться назад