Хаҡлы ялдағылар өсөн туғыҙ ташлама27.11.2018

1. Һалымдан азат ителеү
Пенсия йәшенә етһәгеҙ, мөлкәткә һалым түләмәһәгеҙ ҙә була. Тик бының ике шарты бар – мөлкәттең мотлаҡ хосусилаштырылған булыуы һәм табыш алыу өсөн файҙаланылмауы. Әйткәндәй, ташламаны һорап ваҡытында ғариза яҙмаһағыҙ, һалым хеҙмәте квитанция ебәреүен дауам итәсәк.

2. Икенсе отпуск
Эшләп йөрөгән пенсионер йылына бер тапҡыр үҙ иҫәбенә өҫтәмә отпуск алырға хоҡуҡлы: Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары – 35 көн, инвалид пенсионерҙар – 60 көн, йәш буйынса хаҡлы ялға сыҡҡандар иһә – 14 көн.

3. Түләүһеҙ белем алыу

Эшләмәгән пенсионер яңы һөнәрҙе бушлай үҙләштерә ала. Бының өсөн уға мәшғүллек хеҙмәтенә ғариза яҙырға кәрәк.

4. Түләүһеҙ ял
Шифаханаға түләүһеҙ юллама инвалидтарға, ветерандарға һәм хәрби пенсионерҙарға ғына бирелә, тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә, ләкин унда дауаланыу зарурлығы тураһында табип һығымтаһы булған осраҡта эшләмәгән һәр пенсионер бушлай юлламаға дәғүә итә ала.
Бының өсөн Пенсия фондына түгел, ә төбәк бюджеты органдарына мөрәжәғәт итеү фарыз. Ныҡышмалылыҡ күрһәтһәгеҙ, өс йылға бер тапҡыр (закон буйынса – йылына бер тапҡыр, юлламалар етерлек булһа, әлбиттә) шифаханала ял итеү, унда барып ҡайтыу хаҡын ҡапларға тейештәр.

5. Түләүһеҙ йылылыҡ
Пенсионерҙың берҙән-бер торлағы газ менән йылытылған шәхси йорт икән, ҡайһы бер төбәктәрҙә “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа түләү буйынса сығымды ҡаплауҙары ихтимал. Ташламаға эйә булыу өсөн бер ерҙә лә эшләмәү, милкеңдә шәхси йорт булыуы шарт.

6. Түләүһеҙ прививкалар
Алтмыш йәштән үткән кешеләр йыл һайын киҙеүгә ҡаршы прививканы бушлай яһата ала. Бының өсөн участка табибына мөрәжәғәт итеү зарур.

7. Аҙыҡ-түлеккә ташлама
Аҙыҡ-түлек магазиндарының күпселеге пенсия таныҡлығын күрһәткән осраҡта, иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 1-гә тиклем 5 – 10 процентлыҡ ташлама бирә. Ташламаның күләме аҙна көнөнә ҡарап төрлө булыуы ихтимал. Мәҫәлән, “Пятерочка” магазиндарында дүшәмбе ташлама – 10, ҡалған көндәрҙә биш процент.

Шулай уҡ кейем-һалым, аяҡ кейеме, төҙөлөш материалы магазиндары ла хаҡлы ялдағыларға ташлама тәҡдим итә. Иң мөһиме – улар хаҡында хәбәрҙар булыу.

8. Сәс киҫтереү
Эконом класлы салондарҙа хеҙмәттәр исемлегендә пенсионерҙар өсөн арзан хаҡҡа сәс киҫтереү һәм маникюр эшләтеү ҙә бар. Уларҙың хаҡы, ғәҙәттә, 200 һумға тиклем.

Пенсия таныҡлығын алып, телефон аша берәй хеҙмәткә яҙылһағыҙ, “хаҡлы ялдағыларға ташлама бармы?” тип һорарға онотмағыҙ. Ошо рәүешле бер аҙ аҡсағыҙ кеҫәгеҙҙә ҡалыр.

9. Музейға бушлай йөрөү
Ҙур ҡалаларҙағы музейҙар айына бер тапҡыр тәғәйен ваҡытта пенсионерҙарҙы бушлай ҡабул итә. Бындай тәҡдим тураһындағы мәғлүмәтте һәр музейҙың рәсми сайтынан йәки социаль селтәрҙәге сәхифәһенән табырға мөмкин.


Вернуться назад