Йәш ғаиләләр йәшнәне27.11.2018
Был аҙнала республика “Йәш ғаилә-2018” конкурсы уҙа. Быға тиклем урындарҙа ҡала-район этаптары ойошторолдо.

Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа ла ошондай сара үтте. Тәүҙә ғаиләләр Йәштәр йортонда йомаҡтар конкурсында ҡатнашты. Ә артабан спорт ярыштарында көс һынашыр өсөн “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексына күстеләр. Һуңынан һәр кемгә Үҙәк район китапханаһында һәм тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған квеста һорауҙарға яуап бирергә тура килде.

Конкурстың финал өлөшөндә иһә йәш ғаиләләр үҙҙәре менән таныштырған ижади сығыш тәҡдим итте. Һөҙөмтәлә беренсе урынды Шәрип ауылынан Яныбаевтар, икенсене – Хәмиттән Ҡасимовтар, өсөнсөнө Сиҙәм ҡасабаһынан Ғәниевтәр яуланы.








Вернуться назад