Битараф булмаған кешеләр ҡыуандыра27.11.2018
Белорет районының төпкөл Егәҙе ауыл биләмәһендә һуңғы йылдарҙа тормош йәнләнде. Быға хакимиәт башлығы итеп йәш кешенең һайланыуы ла булышлыҡ итте.

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ринат Яныбаев бик дәртләнеп эшкә тотондо. Халыҡты туплаған төрлө саралар, спорт ярыштары, экологик акциялар уҙғара, айырыуса төҙөкләндереү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлә.

Быйыл улар араһында ауыл хакимиәтенә трактор алыу иң ҙур ваҡиғаларҙың береһе булғандыр. Ил төкөрһә – күл була, ти халыҡ мәҡәле. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы сиктәрендә, биләмәгә ҡараған ауылдар берләшеп, “МТЗ 82.1” тракторы һәм уға тағылма алыуға өлгәште. Аҡса йыйыуҙа Егәҙенән 59, Ботайҙан – 70, Баҡый һәм Хәйбулла ауылдарынан 98 процент йорт хужалары ҡатнашты. Өмөтбай ауылынан сыҡҡан яҡташтары ла, урындағы һәм ситтә йәшәгән эшҡыуарҙар ҙа изге эшкә ҡушылды.

“Белорецкий рабочий” гәзите хәбәрсеһе Л.П. Швец, был ауылда йәшәмәһә лә, егәҙеләргә трактор алыуға үҙ өлөшөн индергән. Уның миҫалында һәр кемебеҙ ошондай ихласлыҡ күрһәтә ала.




Вернуться назад