Быйыл сентябрҙә Республика халыҡ ижады үҙәге 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк VI Бөтә донъя Фольклориадаһының логотибына конкурс иғлан иткәйне.
Бәйгегә Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан 70-тән ашыу ижади эш ҡабул ителгән. Һөҙөмтәлә Өфө дизайнеры Андрей Масленников тәҡдим иткән логотип иң яҡшыһы тип табылған.
– Эштәрҙе баһалағанда идея үҙенсәлегенә, композиция бөтөнлөгөнә, логотиптың Фольклориаданың төп маҡсаттарын һәм йөкмәткеһен асыуына иғтибар иттек, – тип белдерҙеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә.
Конкурс еңеүсеһенә – аҡсалата бүләк, ә ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ.