Медицина хеҙмәтенә ҡытлыҡ бөтәсәк26.11.2018
Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы Нуғай ҡасабаһында балалар амбулаторияһын төҙөү башланды. Проекты ике йыл эшләнгән, ә тәүге бағаналар ошо көндәрҙә ҡағылды.

Майҙаны 170 квадрат метр тәшкил итәсәк амбулатория Фәриҙә Ҡудашева исемендәге урам буйында урынлашҡан яңы балалар баҡсаһы эргәһендә ҡалҡып сығасаҡ. Бында көнөнә 45 балаға медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Әле Октябрь районында йәнә бер поликлиника проекты әҙерләнә, уныһы ла Нуғай ҡасабаһында төҙөләсәк.


Вернуться назад