Cүп-сар булмаҫҡа тейеш26.11.2018
Бөтә Рәсәй халыҡ фронты эксперттары Башҡортостанда “Генераль йыйыштырыу” проектын тормошҡа ашырыуҙың тәүге һөҙөмтәләрен барлаған.

Республикала йәшәүселәр 582 проблемалы объект хаҡында хәбәр иткән. Иң әүҙем йәмәғәтселәр Бәләбәй, Белорет, Өфө, Ишембай райондарында, Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында йәшәй.

– Мәҫәлән, “Сүплектәрҙең интерактив картаһында” бәләбәйҙәр 26 проблемалы урынды билдәләһә, шуларҙың 24-те таҙартылған. Әммә ҡалала тағы ла етдирәк проблемалар бар. Мәҫәлән составында нефть булған ҡалдыҡтарҙы законһыҙ түгеү осраҡтары теркәлгән. Бының өсөн махсус органдарға мөрәжәғәт итергә, муниципалитеттан етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе талап итергә кәрәк, – ти Башҡортостанда “Генераль йыйыштырыу” проекты координаторы Мурад Шафиков.


Вернуться назад