Эшҡыуар ханым күсемһеҙ милеккә капиталь ремонт өсөн иғәнәләр түләмәгән. Һөҙөмтәлә бурысы 400 мең һумға етә.
Төбәк операторы торлаҡ хужаһын судҡа бирә. Ҡатын үҙ ирке менән иҫәпләшергә ашыҡмағас, суд приставтары уның “Range Rover” автомобилен ҡулға ала. Әгәр ҙә билдәләнгән ваҡытҡа тиклем ҡатын суд ҡарарын үтәмәһә, “тимер аты” һатыуға ҡуйыласаҡ.