Күп функциялы үҙәктәрҙә социаль ярҙам саралары тураһындағы белешмәләрҙе әҙерләү ваҡыты ҡыҫҡартылды. Хәҙер уларҙы бер нисә көн эсендә әҙерләп бирәсәктәр. Ә ҡайһы бер документтар, мәғлүмәт системаһында барлыҡ тейешле документтар ҙа булған осраҡта, шунда уҡ әҙерләнәсәк.