Байрам кәйефен тыуҙырыу ҙа мөһим26.11.2018
Илештәр Яңы йылды ҙур рух күтәренкелеге, яҡшы кәйеф менән ҡаршыларға әҙерләнә. Урамдар электр утынан ғына түгел, ә байрамға ғына хас декоратив яҡтылыҡтан, гирляндалар һәм яңы йыл иллюминацияһынан балҡып торһон тип бөтә фантазияһын, тырышлығын һалмаҡсы улар.

Айырыуса сауҙа нөктәләре, йәмәғәтселек туҡланыуы предприятиелары алдында үҙҙәренең биләмәләрен, объект фасадтарын художестволы биҙәү кеүек ҡыҙыҡлы, күңелле бурыс тора. Сауҙа тармағы имиджын күтәреүгә лә биҙәү эштәренең этәргес булыуы ихтимал. Өҫтәүенә әүҙем рекламалар, акциялар үткәреп, байрам кәйефен йәнә арттырырға була бит. Илештәр 10 декабргә тиклем Яңы йылға әҙерлекте тамамларға иҫәп тота. Һис һүҙһеҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүгә һәр йылдағыса ҙур иғтибар биреләсәк.


Вернуться назад