Яуаплылыҡты арттырыу зарур26.11.2018
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юл-транспорт ваҡиғаларын һәм унда һәләк булыусылар һанын кәметеү буйынса саралар күреү зарурлығына иғтибар йүнәлтте.

“Транспорт хәрәкәтен көйләү һәм тәртип боҙоуҙы кәметеү тарихында уйлап табылған иң тәьҫирле сара — язаны етдиләштереү. Ялтала уҙған Дәүләт Советы президиумының киңәйтелгән ултырышында ла төбәк башлыҡтары ошо сара яҡлы икәнлеген белдерҙе”, — тине ул.

Радий Хәбиров республиканың транспорт һәм юл хужалығы буйынса Дәүләт комитетына юл-транспорт фажиғәләре айырыуса күп теркәлгән юл участкаларын контролгә алырға ҡушты. Башҡортостанда ундай 140 урын бар, шуларҙың етәүһе федераль трассаларҙа булһа, ҡалғандары — республиканыҡы.

— Һәр участканың паспорты булырға тейеш. Юл ҡатламының торошо, яҡтыртыу, барьер сикләгестәре ҡуйыу, термопластик юл һыҙаты, фото һәм видеотеркәү камераларын ойоштороу мөһим. Практика күрһәтеүенсә, хәүефле урындар профилактикалана башлау менән юл-транспорт осраҡтары ла кәмей, — тине ул.

Башҡортостандың Баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов белдереүенсә, ағымдағы йылдың ун айында республикала 3585 кеше һәләк булған. Балалар ҡатнашлығында 380 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, уларҙа 15 бала вафат булған.


Вернуться назад