Эшһеҙлек буйынса пособие арта26.11.2018
1 ғинуарҙан Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособие 9200 һум тәшкил итәсәк.

2019 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй буйынса эшһеҙлек пособиеһының шаҡтай артыуы көтөлә. Бындай хәл 2009 йылдан алып тәүгә күҙәтелә, тип хәбәр итәләр Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: киләһе йылдың ғинуар айынан эшһеҙлек буйынса пособиеның минималь күләме 850 һумдан 1500 һумғаса, иң юғары хаҡы 4900-ҙән 8000-гә ҡәҙәр артасаҡ.

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда, урал коэффициентын иҫәпкә алып, яңы йылдан эшһеҙлек пособиеһының иң бәләкәй күләме — 1725 һум, ә иң юғарыһы 9200 һум тәшкил итәсәк. Хәҙерге ваҡытта республикала эшһеҙлек пособиеһының иң түбән күләме — 977,5, ә иң юғары хаҡы 5635 һум.

Бынан тыш, 2019 йылдан беренсе тапҡыр пенсия алды йәшендәгеләргә эшһеҙлек буйынса пособие индерелә. Улар өсөн минималь һәм максималь пособие күләмдәре 1500 һәм 11 280 һум.

Башҡортостанда пенсия алды йәшендәгеләр өсөн пособиеның максималь хаҡы 12 972 һум тәшкил итәсәк.


Вернуться назад