28 ноябрҙә Өфөлә НТВ каналының “Поедем, поедим!” кулинар шоуы төшөрөләсәк. Салауат Юлаев майҙанында “Башҡортостан гүзәле” матурлыҡ бәйгеһе финалистары менән бергә Джон бауырһаҡ бешереп, рекорд ҡуймаҡсы.
Программаға теләгән һәр кем төшө ала. Өфөгә арналған тапшырыу НТВ каналында 2019 йылдың 26 ғинуарында, 13.05 сәғәттә күрһәтеләсәк. “Поедем, поедим!” кулинар-этнографик программаһы эфирға аҙна һайын 2012 йылдың октябренән сыға. Шоуҙы билдәле инглиз эшҡыуары һәм кулинар Джон Уоррен алып бара.
Әйткәндәй, был тапшырыу Башҡортостанға 2014 йылда бер тапҡыр килгәйне инде. Республиканың этнографик мәҙәниәтенә арналған сығарылыш Бөрйән, Архангел, Ишембай һәм Ғафури райондарында төшөрөлгәйне.