“Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы” муниципаль унитар предприятиеһы яңы йылытыу ҡулайламалары алырға йыйына. Улар троллейбус салондарына урынлаштырыласаҡ. Был хаҡта предприятиеның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Өҫтәлмә йылытыу ҡулайламаһын ҡуйыу пассажирҙарға ҡыш көнө йөрөү уңайлы булһын өсөн эшләнә. Ни өсөн тигәндә, күптәр ҡышын салондың һыуыҡ булыуына зарлана.
Барлығы 22 мейес алып ҡуйыласаҡ. Уларҙың хаҡы – 327 мең һум самаһы тәшкил итә.