Береһе лә сит түгел, барыһы ла — үҙебеҙҙеке!26.11.2018
Туймазы ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбендә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән балаларҙы ғаиләләренә алған ата-әсәләр форумға йыйылды.

Файҙалы сараны Башҡортостан Мәғариф министрлығы һәм республиканың ҡарауһыҙ ҡалған һәм етем балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу үҙәге ойошторҙо. Шуныһы ҡыҙғаныс: етемдәрҙе тәрбиәгә алып, аҙаҡ төрлө сәбәптәр арҡаһында кире приюттарға ҡайтарыу, сабыйҙар менән уртаҡ тел таба алмау осраҡтары булғылап тора. Баланы тәрбиәгә алыу яуаплылыҡ, шәфҡәтлелек талап иткән ҙур хеҙмәт. Ошондай күңелһеҙ хәлдәрҙе булдырмау, опека органдары хеҙмәткәрҙәренең профессионаллеген камиллаштырыу, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн фәһемле майҙан булды форум.

Баҡалы районынан уның эшендә балаларҙы ғаиләгә алған һигеҙ ата-әсә, опека һәм попечителлек буйынса белгестәр ҡатнашты. Ғаиләләр тормошон һүрәтләгән фотокүргәҙмәләр, ижади эштәр осрашыуҙы тағы ла йәмлерәк, ҡыҙыҡлыраҡ итте. Баҡалы ата-әсәләре ҙур дәрт һәм яңы пландар менән балалары янына ашҡынып ҡайтты.


Вернуться назад