Һалым түләргә онотма!26.11.2018
Республикала транспорт һалымы бурыстарын түләтеү буйынса рейдтар уҙғарыла. Был хаҡта Федераль Һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хәбәр итә.

Рейдта ҡатнашыусылар юлдарға сыға. Бынан тыш, бурыслыларҙың йәшәгән ерҙәренә лә баралар. 1 ноябргә ҡарата республика халҡының дөйөм бурысы 1,2 миллиард һум тәшкил иткән.

Мөлкәт һалымы буйынса дөйөм бурыс – 1,8 миллиард һум. Шуныһын да билдәләп үтеү кәрәр, сарала Һалым хеҙмәте инспекторҙары, суд приставтары һәм Ространснадзор хеҙмәткәрҙәре бергә ҡатнаша.


Вернуться назад