Сибай ҡалаһының “Атайсал” төбәк гәзите Ғаилә йылына һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Урал аръяғының иң шәп 100 ғаиләһе” проектын тамамланы.
Проект сиктәрендә төбәктең иң яҡшы йөҙ ғаиләһе һайлап алынды һәм “Дан ғаиләләр гөлләмәһе” тип аталған китап донъя күрҙе. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып, ишле балалар тәрбиәләгән өлгөлө һәм татыу ғаиләр тураһындағы мәҡәләләр йыл дауамында гәзит биттәрендә баҫылды.
Конкурс шарттары буйынса төрлө райондың иң шәп ун ғаиләһе тәбрикләнәсәк. Әйткәндәй, һәр райондан һәм Сибай ҡалаһынан бер ғаилә Гран-приға һәм 25 мең һумға лайыҡ буласаҡ. Иң шәп ғаиләләрҙе тиҙҙән Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында үтәсәк кисәлә асыҡлаясаҡтар.