Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, дүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы Ирек Зарипов Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатында булды.
Депутат педагогик коллектив һәм уҡыусылар, Рәсәйҙең ауыр атлетика буйынса атҡаҙанған тренеры Петр Никитин менән осрашты, белем биреү учреждениеһының матди базаһы менән танышты.
— Балалар шөғөлләнгән шарттарҙы һәйбәт тип әйтеп булмай. Мәктәпкә капиталь ремонт талап ителә. Тәҙрәләрҙе, инженер системаларын, ҡорамалдарҙы алмаштырыу, бүлмәләрҙе ремонтлау кәрәк. Был мәсьәләне шәхси контролемә алам, — тине ул.