Бөрө ҡалаһында йәшәгән 17 йәшлек үҫмер дуҫының атай-әсәһенең "Лексус RX 270" машинаһына ултыра ла ҡала буйлап сығып китә. Был хаҡта полицияға хәбәр иткәс, инспекторҙар егеттең артынан ҡыуа төшә.
Әммә автомобиль менән идара итеүгә танытмаһы ла булмаған үҫмер уларҙың иҫкәрмәһенә ҡолаҡ та һалмай. Юғары тиҙлектә елдереүен дауам итеп, Өфө – Яңауыл трассаһына сыға һәм баш ҡалаға ҡарай юллана. Ярҙамға "Росгвардия" ның патруль хеҙмәте ҡушыла. Ҡайһылар мәлдә водитель юлдан ситкә сыға һәм шул ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре уны тоторға теләһә лә, эләктерә алмай. Шулай ҙа тоталар ҡасҡалаҡты, әммә ул инспекторҙарҙың машинаһына зыян килтерергә лә өлгөрә.
Үҫмерҙе психоневрологик диспансерға урынлаштырғандар, химик-токсикологик экспертиза тәғәйенләнгән.