“Йөрәк һүҙем һиңә, Башҡортостан!”26.11.2018
Сибай ҡалаһының 6-сы мәктәбендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап, “Йөрәк һүҙем һиңә, Башҡортостан!” исемле кисә үтте. Уны Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Лилиә Байегетова ойошторҙо. Сарала Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре лә ҡатнашты.

Уҡыусылар республикабыҙҙы данлап, йыр йырланы, шиғыр һөйләне. Дәртле башҡорт бейеүҙәре, тыуған еребеҙҙең матурлығын, эшсән халҡын, шанлы тарихын сағылдырған патриотик йырҙар уҡыусылар күңелендә ватансылыҡ, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Бигерәк тә уларҙы мәктәп китапханасыһы тарафынан ойошторолған бай күргәҙмә үҙенә йәлеп итте. Әйткәндәй, белем усағында төрлө милләт вәкилдәре уҡый, уларҙың барыһы ла башҡорт телен теләп өйрәнә.





Вернуться назад