Шөғөл етерлек26.11.2018
Башҡортостан мәктәптәре йылдан-йыл яңы автобустар менән тулылана. Республика етәкселегенең маҡсаты – өҙөклөктәргә юл ҡуймау.

Шул уҡ ваҡытта тағы бер мәсьәләгә иғтибар итергә кәрәк – дәрестәре иртә бөткән бәләкәй класс уҡыусылары бер автобуста өйгә ҡайтыр өсөн өлкән кластағыларҙы сәғәттәр буйы көтөргә мәжбүр. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был йәһәттән Борай районының эш тәжрибәһен өйрәнергә ҡушты. Бында ағай-апайҙарын көткән кескәйҙәр өсөн ҡыҙыҡлы түңәрәктәр, төрлө секциялар ойошторолған, хатта өҫтәмә сәй эсереү ҙә ҡаралған.


Вернуться назад