Йолаларҙы һаҡлаусы ғаилә Учалыла йәшәй26.11.2018
Мәскәүҙә РФ Хеҙмәт министрлығы һәм Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды тарафынан иғлан ителгән “Йыл ғаиләһе – 2018” Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте.

Учалы районынан Исхаковтар “Йолаларҙы һаҡлаусы ғаилә” номинацияһында еңеүсе тип табылды.

Ғаилә башлығы Илдар Иршат улы – физкультура уҡытыусыһы, ә Гөлнур Зиннур ҡыҙы үҙәк ҡала дауаханаһында педиатр булып эшләй. Улар Исмәғил, Бәхтиәр, Мортаза исемле өс ул тәрбиәләй. Ғаилә сәләмәт тормош яҡлы, барыһы ла традицион уҡтан атыу менән шөғөлләнә, спортты үҙ итә. Исхаковтар йыр-моңға маһирҙар, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашалар.


Вернуться назад