Стәрлетамаҡта Ағиҙел йылғаһы аша күпер иртәгә асыласаҡ, тип хәбәр итә sterlitamakcity порталы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, август башында күперҙә ҙур ярыҡ барлыҡҡа килеү сәбәпле, йөк машиналары өсөн хәрәкәт туҡтатылғайны, еңел автомобилдәр бер һыҙат буйынса ғына йөрөнө. 4 сентябрҙән иһә сикләү барлыҡ транспорт сараларына ла индерелде. Шунлыҡтан урындағы халыҡҡа өс саҡрымдай арауыҡты йәйәүләп тигәндәй үтергә тура килә. Әлегә тиклем бында махсус автобус маршруттары йөрөнө, автомобиль хужалары өсөн ваҡытлыса туҡталҡалар ойошторолдо. Әйткәндәй, күперҙе төҙөкләндереүгә 10 миллион һум самаһы аҡса бүленде.