М-5 “Урал” трассаһы ябылды25.11.2018
Бөгөн боҙлауыҡ, көслө ҡар яуыуы сәбәпле М – 5 “Урал” трассаһында, атап әйткәндә, 1548+651км – 1780+000км автомобиль юлында ауыр йөк машиналарына хәрәкәт ваҡытлыса туҡтатылды.

Яҡынса күҙҙаллауҙар буйынса, сикләү киске сәғәт 5–кә тиклем ғәмәлдә ҡаласаҡ. Һауа торошо тотороҡһоҙ ҡалһа, сикләү ваҡыты оҙайтыласаҡ, тип хәбәр итә “Приуралье” автомобиль юлдары федераль идаралығы хеҙмәте.


Вернуться назад