Бергә үткән ялдар күңелле!25.11.2018
“Ғаилә” төньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәгенең Нефтекама ҡалаһындағы бүлексәһендә “Ғаилә уйындары” тип аталған үҙенсәлекле сара уҙҙы.

Ял көндәрендә төрлө ғаиләләрҙең үҙ-аралашыуына булышлыҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған сарала ололар ҙа, балалар ҙа теләп ҡатнашты. Үҙәк белгестәре “Ғаилә ҡиммәттәре”, “Балалар һәм ата-әсә мөнәсәбәттәре” тигән темалар буйынса шәхсән ҡабул итеү һәм консультациялар ойошторҙо.

Ғаилә ялында ҡатнашыусылар шахмат, шашка турнирында таһыллығын һынаны, хәрәкәтсән уйын төрҙәрендә ярышты, балалар әүәләү, һүрәт төшөрөү буйынса оҫталығын камиллаштырҙы.


Вернуться назад