Яҡшыраҡ йәшәү хаҡына25.11.2018
Яңауыл районының ауыл биләмәләрендә “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашыу өсөн йыйылыштар уҙғарыу әүҙем дауам итә. Ошо көндәрҙә Ишбулды һәм Ҡарман ауылдары халҡы программаға ярашлы хәл итәһе көнүҙәк мәсьәләләрҙе барланы.

Ишбулды халҡы проектта ҡатнашырға бер тауыштан ризалыҡ белдерҙе һәм ауылдағы үҙәк һыу селтәрен ремонтлау мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Ә Ҡарман ауыл биләмәһендә йәшәүселәр урындағы урта мәктәп биләмәһен төҙөкләндереү өсөн тауыш бирҙе.



Вернуться назад