“Интернетта балыҡтай йөҙәбеҙ”25.11.2018
II Бөтә Рәсәй “Смарт-төбәе-2018” интернет форумына ярашлы, “Хәүефһеҙ интернет — балалар күҙлегенән” ижади конкурсында еңеүселәр билдәләнде. Бәйгене Башҡортостандың информатизация һәм “Асыҡ республика” системаһы функциялары мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты ойошторҙо.

Конкурстың маҡсаты — йәмәғәтселек иғтибарын интернет селтәрен ҡулланыуҙа хәүефһеҙлек проблемаһына йүнәлтеү һәм компьютер технологиялары өлкәһендә талантлы балаларҙы асыу һәм ярҙам күрһәтеү. 744 эш араһынан “Видеоролик” номинацияһында иң күп балды йыйған Үрге Йәркәйҙең 1-се гимназия уҡыусылары еңеүсе булды (уҡытыусылары И. Баһауетдинов). Улар диплом һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде.


Вернуться назад