Форумда ҡатнаштылар25.11.2018
Ошо көндәрҙә Туймазы ҡалаһындағы 1-се мәктәп-интернат базаһында Башҡортостандың Балаларҙы ғаиләгә алған ата-әсәләре форумы үтте.

Власть органдары, йәмәғәт, опека һәм попечителлек, балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлаусы ойошма вәкилдәре, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һәм ата-әсәләр ҡатнашҡан сарала тармаҡҡа ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙеләр.

Улар араһында ғаиләгә алынған балаларҙы кире приютҡа ҡайтарыуҙы иҫкәртеү; опека органдары белгестәренең профессионаллеген күтәреү; тәжрибәле ғаиләләр менән хеҙмәттәшлек итеү һәм уларҙың тәжрибәһе менән уртаҡлашыу кеүек йүнәлештәр бар.



Форумда Шаран районынан ун ғаилә ҡатнашты. Улар үҙҙҙәренең тормошо менән таныштырыусы фотокүргәҙмә лә ойошторғайны. Ғаиләгә балалар алып тәрбиәләүсе Нурия Мунасыпова БР Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.


Вернуться назад