Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, беҙҙең һөйөклө әсәйҙәребеҙ! Һеҙҙе донъялағы иң матур байрам – Әсә көнө менән ҡотлайбыҙ!
Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, күңел матурлығын юғалтмай, тирә-яғындағыларға тик изге тойғолар ғына өләшеп йәшәгән, балаларына оло терәк булған әсәйҙәр оло хөрмәткә лайыҡ.