“Рәсәйҙең бөйөк исемдәре” проектында тауыш биреү өсөн бер аҙна самаһы ваҡыт ҡалды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөтә ил халҡы аэропорттарға мәшһүр ватандаштарыбыҙҙың исемен биреүҙә ҡатнаша ала.
Проект сиктәрендә 47 аэропортты исемле итеү күҙаллана. Өфө аэропорты исемен йөрөтөүгә иһә өс легендар шәхестең исеме дәғүә итә — Салауат Юлаев, Муса Гәрәев һәм Мостай Кәрим. Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ өсөн проекттың рәсми сайтында (великиеимена.рф) тауыш бирергә була.