Шаран районында физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә. Уны киләһе йыл октябрҙә сафҡа индереү күҙаллана.
Һауыҡтырыу комплексынан тыш, биләмәлә дизель-генератор ҡулайламаһы, ҡаҙанлыҡ урынлашасаҡ. Бында шулай уҡ автомобилдәр өсөн туҡталҡа асыу ҙа ҡаралған.
Проект-смета документтарына ярашлы объектта спорт залы, дүрт юлаҡлы бассейн буласаҡ. Төҙөлөш “Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект” программаһы нигеҙендә алып барыла. Эштең заказсыһы — Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы.