Былтыр декабрь айында Учалы ҡала-район инвалидтар ойошмаһы Рәсәй Президенты грантына эйә булғайны. “Маҡсатлы ғына алға атлар” тип исемләнгән проект мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе һауыҡтырыуға, спортҡа ылыҡтырыуға арнала. Президент фонды гранты бүлгән 300 мең һум аҡсаға ойошма йүгереү өсөн тренажерҙар, “Новус”, “Джакколо”, “Шаффлборд” һәм “Керлинг” тип аталған өҫтәл уйындары, күҙҙәре насар күргәндәр өсөн тәғәйенләнгән шахмат, шашкалар, дартс уйыны йыйылмалары, велотренажерҙар ҡайтарта.
Әммә ойошманың ошоға тиклем үҙ спорт залы юҡ ине. Ошо көндәрҙә район хакимиәте уларға спорт залы өсөн яңы майҙан бүлде. Ҡыуаныслы сара айҡанлы тантана ла ойошторолдо. Уға ҡаланың коррекцион мәктәбе, Учалы психоневрология интернаты тәрбиәләнеүселәре, инвалидтар ойошмаһы ағзалары ла саҡырылды.