Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ял көндәрендә Башҡортостанда урыны менән 25 градуслыҡ һалҡындар көтөлә.
Һауа температураһы 14-19, аяҙытҡанда 20-25 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк. Көндөҙ иһә – минус 6-12 градус. 25 ноябрҙә бер аҙ йылыта: төндә – минус 7-13, көндөҙ – минус 4-9 градус. Ваҡыты менән ҡар яуасаҡ, һепертмә буран сығасаҡ.