Йәрминкәгә килегеҙ!23.11.2018
24 – 25 ноябрҙә баш ҡалала сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре үткәрелә.

Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, иртәгә республикабыҙҙа етештерелгән тәбиғи аҙыҡ-түлекте, балды, йәшелсәләрҙе ҡаланың өс районында һатып алырға мөмкин. Калинин районында сауҙа Интернациональ һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫелешендә ойошторола. Ленин районында иһә халыҡты Әхмәтов урамындағы “Тулҡын” скверы алдындағы майҙанда көтәләр. Октябрь районында йәрминкә Спорт һарайы алдындағы майҙанда һәм Сипайлово биҫтәһендә Рыльский урамындағы аллеяла уҙғарыла.

Йәкшәмбе, 25 ноябрҙә, ауыл хужалығы йәрминкәһе Калинин районында Интернациональ һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫелешендә була.





Вернуться назад